Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 17:00

Ковидҡа бәйле хәлдәр нисек?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереү менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республика аныҡ бер фазаға сыға башланы. Төбәк етәксеһе фекеренсә, әле төбәктә COVID-19 буйынса хәл иткес мәл етте, уның һөҙөмтәһендә артабан зарарланған кешеләр йә артасаҡ, йә кәмейәсәк.

– Көн һайын 35 тирәһе кеше зарарлана. Тигеҙ барабыҙ. Был аҙна эсендә пневмония менән сирләүҙәр һаны ла кәмене һәм һауыҡҡандар сирләй башлағандар һанынан ашты. Был - хәл-тороштоң бик яҡшы индикаторы, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров ябай ҡағиҙәләрҙе онотмаҫҡа саҡырҙы: битлек режимы һәм социаль дистанция һаҡлау, күп кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы кәметеү һәм дезинфекция сараларын файҙаланыу.
Башҡортостанда коронавирус пандемияһы башланыу менән бөтәһе 7094 кеше зарарланған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле стационарҙа 300 кеше ята, 236 кешенең хәле уртаса ауырлыҡта, 29 кеше – ауыр хәлдә. 1384 кеше амбулатор дауаланыу ала. 5384 кеше һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә үлгән кешеләр юҡ.
Бынан тыш, кәңәшмә ваҡытында көньяҡ курорттарҙа ял итеп ҡайтҡан туристарға тест үткәреү мәсьәләһе күтәрелде. Асыҡланыуынса, Анапанан ҡайтҡан самолет пассажирҙары һөҙөмтәһенең өстән ике өлөшө эшкәртелгән, улар бөтәһе лә кире һөҙөмтә күрһәткән. Әгәр бөтә һөҙөмтәләр ҙә кире булһа, был мәсьәлә тикшереләсәк һәм, бәлки, башҡаса тест үткәрмәҫтәр.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: bash.news
Читайте нас: