Билдәле булыуынса, Ливандың баш ҡалаһында көслө шартлау булып, был дəүлəт халҡы ҙур ғына зыян күрҙе. Рəсəй Президенты РФ Хəүефһеҙлек советының даими ағзалары
менəн осрашып, уларға ярҙам итеү хаҡында, шулай уҡ башҡа күрше-тирə дəүлəттəр менəн бəйлəнештə тороу тураһында фекер алышты.
Видеобəйлəнеш аша барған был ултырышта Премьер-министр Михаил Мишустин, РФ Федерация Советы Рəйесе Валентина Матвиенко, Дəүлəт Думаһы Рəйесе Вячеслав Володин, Хəүефһеҙлек Советы Рəйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, Оборона министры Сергей Шойгу кеүек үтə яуаплы вазифалы түрəлəр ҡатнашты.
Владимир Путин беҙҙең табиптар, МЧС хеҙмəткəрҙəре ҡатнашлығындағы төркөмдө Ливанға юллаған да инде. Əле тағы ла нисегерəк ярҙам итə алыуыбыҙ хаҡында һөйлəштелəр.
Президент донъяла барған һəр хəл-ваҡиғаға иғтибарлы булырға ҡуша. Сөнки күп дəүлəт менəн тығыҙ бəйлəнештə торабыҙ. Бəлə килгəндə ситтə ҡала алмайбыҙ. Рəсəйҙең
тышҡы сəйəсəтенең төп маҡсаттарының береһе лə шундай: дуҫтарға ярҙам итергə.