Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 18:00

Янғын ҡайҙа булыуға ҡарамаҫтан...

Дүшәмбе һайын район етәксеһе үткәргән кәңәшмәлә хәүефһеҙлек темаһы һәр ваҡыт беренсе урында. Бөгөн дә был тема иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Шуға күрә ут менән һаҡ эш итегеҙ, һәр саҡ газ, электр селтәрҙәренең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ - Дүшәмбе һайын район етәксеһе үткәргән кәңәшмәлә хәүефһеҙлек темаһы һәр ваҡыт беренсе урында. Бөгөн дә был тема иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Янғын кеүек бәлә-ҡаза күмәк көс, берҙәмлек талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, Дәмин Юланов урмансыларға: "ут ҡайҙа сығыуға ҡарамаҫтан, һеҙ ҙә янғын һүндереүселәр менән бергә янғын урынына барырға тейешһегеҙ, уттың урман фондына күсеүен көтөргә ярамай", - тип белдерҙе.
Читайте нас: