Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 13:50

Юлдарҙа - фажиғә

Һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе, көслө ямғырҙар яуыуы сәбәпле, юлдарҙа хәрәкәт итеү ауырлаша, шуға күрә водителдәргә иғтибарлы булыу талап ителә. Көслө ямғыр яуған осраҡта, бер аҙға булһа ла туҡтап тороу ҡамасауламаҫ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын теүәл үтәгеҙ!

Кисә Стәрлетамаҡ-Магнитогорск-Белорет трассаһында үлемесле авария теркәлгән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 9-ҙар тирәһендә "Volkswagen Polo" сит ил автомобиленә идара иткән 34 йәшлек ир ямғырҙа аңғармаҫтан ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Волга" автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, сит ил автомобилендәге водитель ваҡиға урынында йән бирә.
Авария урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләне, бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәре асыҡлана.
Һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе, көслө ямғырҙар яуыуы сәбәпле, юлдарҙа хәрәкәт итеү ауырлаша, шуға күрә водителдәргә иғтибарлы булыу талап ителә. Көслө ямғыр яуған осраҡта, бер аҙға булһа ла туҡтап тороу ҡамасауламаҫ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын теүәл үтәгеҙ!
Фото: скрин видео
Читайте нас: