Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 12:00

Башҡорт балын сит илдәргә экспортлау мөмкинлеге ҡарала

Башҡорт балын Фарсы ҡултығы илдәренә, Америка, Африка һәм Японияға экспортлау мөмкинлеге ҡарала.

Башҡорт балын Фарсы ҡултығы илдәренә, Америка, Африка һәм Японияға экспортлау мөмкинлеге ҡарала, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Бының өсөн татлы ризыҡтың составын тикшереү мотлаҡ. Шишмә ауылындағы Рәсәй ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы һынау үҙәгендә ҡортсолоҡ продукцияһын антибиотиктарға һәм башҡа ҡатнашмаларға тикшереүҙәр үтә.
Пробиркаларға алынған бер нисә тамсы бал уның составын тулыһынса асыҡларға мөмкинлек бирә. Антибиотиктарға тикшереү ысулы өсөн тәү сиратта татлы ризыҡ едти әҙерлек үтә. Белгестәр әйтеүенсә, бының өсөн ике сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә.
Балды антибиотиктарға һәм башҡа ҡатнашмаларға тикшереү – заман талабы. Ҡортсолоҡ продукцияһын донъя баҙарына сығарыу өсөн бал биш тиҫтәнән ашыу компонентҡа ҡаралырға тейеш. Балды артабанғы тишереүҙәргә әҙерләгәндән һуң, өлгөләрҙең физик һәм химик матдәләре заманса аппаратта анализлана.
Башҡортостанда бындай ҡоролманы һатып алыу өсөн федераль программа буйынса бюджеттан 36 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. Һәр анализға тотона торған материалдар ҙа ҡиммәткә төшә. Әммә бындай прибор ентекле һәм теүәл һөҙөмтәләрҙе тиҙ арала күрһәтә. Әлегә тиклем тикшереүҙәр үткәндән һуң, сит илдәргә 20 тонанан ашыу бал һатылған.
Продукцияның хаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Сөнки Рәсәй баҙарына ҡарағанда сит илдәрҙә балдың хаҡы күпкә түбән. Компания Рәсәй экспорт үҙәге менән тығыҙ эшләй. Улар аша Африка һәм Япония илдәрендә яңы клиенттар табыла.
Рәсәй ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы һынау үҙәгендә Өфө, Иглин, Күгәрсен, Благовещен, Нуриман һәм Ишимбай районы умарталрынан йыйылған бал тикшереү үтә. Продукцияның составынан тыш, йүкә балының төҫө, һеркә, көл күләме һәм башҡа күрһәткестәр билдәләнә.
Белгестәр әйтеүенсә, әлегә 32 тонна бал экспортҡа әҙер, унда антибиотик табылмаған. Былтыр баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүҙән һуң бал ҡорттарының һәләк булыуы асыҡланғайны, шуға күрә, ауыл хужалығының был тармағы зыян күргәйне. Быйыл иһә, умартасылар мул уңышҡа өмөтләнә. Республика етәкселеге лә умартасылыҡты заман талаптары буйынса үҫтереү яҡлы. Әле республикала сәнәғәт күләмендә татлы ризыҡ етештереү буйынса халыҡ-ара инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн әҙерлек башланды.
Билдәле булыуынса, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” федераль проекты “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Фото: bash.news
Читайте нас: