Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 16:00

Еңеүсегә – автомобиль

XV “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә.

XV “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Конкурс еңеүсеһе төп приз – автомобиль менән бүләкләнәсәк.
Конкурстан Башҡортостандан, Курган, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән һәм Ханты-Манси автономиялы округынан 200-ләп кеше ҡатнаша.
Сығыштарҙы Сибай телевидениеһының, Сәләм республика телекналының тура эфирында, СибайТВ ҡушымтаһында һәм СТВ YouTube-каналында ҡарарға мөмкин. “Бәйләнештә” СТВ төркөмөндә онлайн-трансляция ваҡыты 10 һәм 11 августа сәғәт 12.00-дән 20.00-гә тиклем.
Конкурстың икенсе туры – 18 августа, гала-концерт иһә 19 августа Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында үтәсәк.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: