Рәсәй президенты Владимир Путин ил халҡының 60 процентына тиклемен гриптан вакцина менән тәьмин итергә ҡушты, шуларҙың 75 процентын хәүеф төркөмөнә ингән кешеләр тәшкил итергә тейеш.
Коронавирустан препарат дәүләт теркәүе үткәндән һуң халыҡ уны ҡуллана аласаҡ, тип өҫтәне дәүләт башлығы. Вакцинация менән киңерәк солғау өсөн ул финанслау менән тәьмин итергә ҡушты.
1 октябргә тиклем башҡарылған эштәр тураһында доклад менән премьер-министр Михаил Мишустин сығыш яһаясаҡ. Унан һуң хөкүмәт башлығы ай һайын отчет бирәсәк.
Быға тиклем һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко халыҡты вакцинациялауҙы октябрҙә башлау планлаштырылыуы тураһында белдергәйне. Препаратты иң тәүҙә медиктар һәм оло йәштәгеләр аласаҡ.
Фото: РИА Новости / Алексей Никольский.