+17 °С
Ясна
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 18:00
Рәсәй донъяла иң беренсе булып COVID-19 ауырыуынан вакцина теркәне
Рәсәй президенты Владимир Путин 11 августа илдә яңы коронавирустан донъяла иң тәүге вакцина теркәлеүе тураһында иғлан итте, тип яҙа “Башинформ” агентлығы.Быға тиклем Өфөлә РФ һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев препарат 12 авгусҡа ҡәҙәр теркәләсәк, тип хәбәр иткәйне. Иң беренсе булып вакцинаны медицина хеҙмәткәрҙәре һәм оло йәштәгеләр аласаҡ.Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡторған 4945 кеше асыҡланған, ауырыусылар бөтәһе – 897599, һауығыусылар – 703175, үлеүселәр һаны 15131 кеше.Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты. 5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.Фото: ЯндексКартинки
Рәсәй президенты Владимир Путин 11 августа илдә яңы коронавирустан донъяла иң тәүге вакцина теркәлеүе тураһында иғлан итте,
тип яҙа
“Башинформ” агентлығы.
Быға тиклем Өфөлә РФ һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев препарат 12 авгусҡа ҡәҙәр теркәләсәк, тип хәбәр иткәйне. Иң беренсе булып вакцинаны медицина хеҙмәткәрҙәре һәм оло йәштәгеләр аласаҡ.
Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡторған 4945 кеше асыҡланған, ауырыусылар бөтәһе – 897599, һауығыусылар – 703175, үлеүселәр һаны 15131 кеше.
Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты. 5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
Фото: ЯндексКартинки
Читайте нас: