Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 19:00

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие 12 мең һумға тиклем артыуы ихтимал

Яңы йылдан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләнгән өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие 12 мең һумға тиклем артыуы мөмкин.

Яңы йылдан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләнгән өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие 12 мең һумға тиклем артыуы мөмкин, тип хәбәр итә “Башинформ” “Известия”ға һылтанма менән. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы ҡануниәткә ярашлы төҙәтмәләр әҙерләй.
Хәҙерге ваҡытта түләмдәр суммаһы ил буйынса уртаса 5,5 мең һум тәшкил итә. Башҡортостанда ул 4,9 мең һумға яҡын.
Күп кенә осраҡтарҙа өстән ете йәшкә тиклемге балаларға түләнеүсе айлыҡ пособие хәҙерге күләмдә ғаиләне фәҡирлектән сығарыуға етмәй, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт министрлығында. Шуның өсөн министрлыҡ 2021 йылда пособиены арттырыу маҡсатҡа ярашлы, тип иҫәпләй.
Республика Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, июль аҙағына “Госуслуги” порталына был түләмгә 130 меңдән артыҡ ғариза бирелгән.
Читайте нас: