"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 13:00

“Төҙөлөш сәғәтендә” Өфөлә медицина үҙәктәре төҙөү мәсьәләләре ҡаралды

10 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә уҙғарҙы. Унда ҡатнашыусылар республикала эре медицина үҙәктәре төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.

10 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә уҙғарҙы. Унда ҡатнашыусылар республикала эре медицина үҙәктәре төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.
2020 йылда Өфөлә Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башлау планлаштырыла. Шулай уҡ Республика кардиология үҙәген 135 урынлыҡ хирургия корпусын төҙөү менән реконструкциялау дауам итә. Госстрой рәйесе Марат Әхмәҙуллин кардиоүҙәкте реконструкциялау республика адреслы инвестиция программаһына индерелеүен хәбәр итте.
Радий Хәбиров БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимовҡа яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүҙе финанслау өсөн федераль власть органдары менән эште әүҙемләштеререгә ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: