Кисә, 13 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы генераль секретары Александр Яременко менән осрашты. Унда Өфөлә ҙур волейбол турнирҙары үткәреү һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Осрашыуҙа шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм "Урал" волейбол клубы президенты Валерий Багметов та ҡатнашты.
Александр Яременко билдәләүенсә, Рәсәйҙә коронавирус пандемияһы сикләүҙәренән һуң волейбол буйынса клубтар эш башланы, август аҙағында миҙгел алды турнирҙары уҙғарыласаҡ, сираттағы ил чемпионаты регламенты раҫланған.
- COVID-19 пандемияһы арҡаһында 2020 йылда Өфөлә үтергә тейешле Милләт лигаһы Рәсәй этабы 2021 йылдың июненә күсерелде. 2022 йылға билдәләнгән донъя чемпионаты этабының билдәләнгән ваҡытында үтеренә Халыҡ-ара федерация ла, Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы ла шикләнмәй, - тине Александр Яременко. - Өфө был турнирҙы юғары кимәлдә ҡаршы алыр тип уйлайым. 2018 йылдағы Волейбол буйынса милләттәр лигаһы этабын бөтәһе лә иҫләйҙер - бик яҡшы ойошторолғайны, тамашасылар ҙа күп булды.
Радий Хәбиров ярыштар планға ярашлы үтеренә ышаныс белдерҙе.
Балалар-үҫмерҙәр спортында йәш уйынсыларҙы әҙерләү системаһының юлға һалынғанлығын иғтибарға алып үтте Александр Яременко. Ул үҙ тәрбиәләнеүселәре иҫәбенә тулыланып торған "Урал" клубы тәжрибәһен, "Һәр ихатаға - волейбол" программаһын юғары баһаланы.
Радий Хәбиров Өфөнөң Калинин районында "Урал - Арена" волейбол комплексын төҙөү буйынса пландары менән уртаҡлашты.
Фото:bash.news