Кисә, 13 августа киске сәғәт туғыҙынсы киткәндә баш ҡалала ҡот осҡос авария булған. “Ихлас” мәсете янында бер юлы дүрт автомобиль бәрелешкән. Улар – “ВАЗ-2109”, “ВАЗ-2115”, “Рено Сандеро” һәм “Хендай Элантра”.
Кис менән был авария тураһындағы мәғлүмәт менән социаль селтәрҙәр тулды. Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, бәрелеш бик ныҡ көслө булған. Машиналарҙың дүртәүһе лә ныҡ зыян күргән, ә ватан автомобилдәренән бер нимә лә ҡалмаған тиерлек.
Ҡорбандар тураһында мәғлүмәттәр төрлө. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, “ВАЗ-2109” водителе урында һәләк булған. Башҡа сығанаҡтар ике кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр итә. Урындан интернетҡа һалынған видеояҙмалар буйынса ла ҡорбандарҙың икәү булыуы оҡшаған: ике кешенең ерҙә ятҡаны күренә.
Аварияла йәрәхәтләнгән кешеләрҙе дауаханаға алып киткәндәр. Урында ҡотҡарыусылар, табиптар, юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
"Башҡортостан" гәзитенән.