"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 12:20

#нацпроект

Рəсəйҙə 12 милли проект ғəмəлгə ашырыла. Шулар араһында "Һаулыҡ һаҡлау" проекты ла бар. Был өлкəлə эш иң мөһимдəренеңбереһе. Республикала ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн барыһы ла эшлəнə. Халыҡ уңайлыҡтарҙы үҙе күрəлер, тоялыр, моғайын.

Рəсəйҙə 12 милли проект ғəмəлгə ашырыла. Шулар араһында "Һаулыҡ һаҡлау" проекты ла бар. Был өлкəлə эш иң мөһимдəренең
береһе. Республикала ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн барыһы ла эшлəнə. Халыҡ уңайлыҡтарҙы үҙе күрəлер, тоялыр, моғайын.
БР Башлығы Радий Хəбиров социаль селтəрҙəрҙə белдереүенсə, кеше дауаланыу өсөн мотлаҡ баш ҡалаға килмəһə лə, торған ерендə сифатлы һəм ваҡытлы дауа
алырға тейеш. Шунлыҡтан беҙҙə медицина ярҙамының бер нисə йүнəлеше буйынса район-ҡалаларҙа ла үҙəктəр, клиникалар, диагностика үткəреү урындары
асыла. Мəҫəлəн, əле республика буйынса онкологик ярҙам күрһəтеү үҙəктəре барлыҡҡа килə башланы. Тимəк, Өфөгə килеп, оҙайлы сираттарҙа тороу бөтəсəк.
Беҙҙə офтальмология селтəрен дə үҫтереү талабы бар. Сөнки Башҡортостандың сиктəге райондарында йəшəүселəр күрше төбəктəрҙə дауа алырға мəжбүр.
Быны булдырмау өсөн үҙебеҙҙə күплəп офтальмология үҙəктəре асыла.
Радий Хəбиров əйтеүенсə, халыҡ хəҙер үҙе йəшəгəн төбəктə лə юғары квалификациялы медицина ярҙамы ала аласаҡ.
Фото: vk.com.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: