Был хаҡта кардиолог Анатолий Трифонов һәм табип-иммунолог Владимир Болибок белдерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡапыл килгән үлем осраҡтары йыш ҡына яңы тыуған сабыйҙарҙа осрай. Ғәҙәттә, уларҙың һаулығында бер ниндәй ҙә тайпылыштар күҙәтелмәй, сәләмәтлегенә бәйле сәбәптәр ҙә булмай. Бындай осраҡты билдәләгән термин да бар: “бишектәге үлем”. Уның сәбәбен хатта паталогоанатомдар ҙа билдәләй алмай.
— Бындай осраҡта бәпестең тын алышы туҡтай. Ошондай хәлдең балаға бер йәш тулғанға тиклем булыуы ихтимал, – ти белгестәр.
Өлкән йәштәгеләрҙең иһә ҡапыл вафат булыу осрағы күп факторҙарға бәйле: йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, тромбоэмболия, анафилактик шок һәм башҡалар. Был да медицина ла рәсми теркәлгән күренеш.
Пациенттың хәлендә үҙгәреш яҡынса үлеменә ун көн самаһы ҡалғас күренә башлай һәм улар, күпселек осраҡта хроник сирлеләрҙә күҙәтелә, ти кардиолог.
Әйтеүенсә, әгәр пациент хроник йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән яфалана икән, төп билдәләрҙе ун-ун биш көн алдан тойомларға мөмкин. Сирле кешелә көслө тын ҡыҫылыу, һүлпәнлек, үҙен насар тойоу, паника һөжүме, тиреһенең ағарыуы йә ҡыҙарыуы, шулай уҡ күҙ алмаһының киңәйеүе, йыш ҡына иҫен юғалтыуы кеүек билдәләр хасил була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһы ла пациенттың вафатына килтереүе бар. Анатолий Трифонов:
– Ғүмер өҙөлөүен күҙаллаған төп билдәләрҙең береһе – кешенең тиреһе ҡәҙимгенән күк төҫкә тиклем үҙгәреүе, аяҡ-ҡулдарҙың һыуыныуы, ҡорошҡаҡ тотоуы, ауыҙҙан күбек килеү, – ти .
Ошондай билдәләр күҙәтелһә, кеше 1,5–2 сәғәт эсендә вафат булыуы ихтимал. Эксперт үрҙәге билдәләр күҙәтелһә, кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам бәләнән ҡотҡарыуы ихтимал.
"Башҡортостан" гәзитенән.