Рəсəй Президенты Хөкүмəт ағзалары менəн видеобəйлəнеш аша осрашып, яңы уҡыу йылына əҙерлек тураһында һөйлəште.
1 сентябргə көндəр һанаулы ғына ҡалды. Президентҡа отчет биреүҙəренсə,
əле мəктəптəрҙең 75 проценты балаларҙы йылы аш менəн тəьмин итеүгə əҙер. Эйе, быйылдан башлап, 1 - 4 класс уҡыусыларын
бушлай ашатырға тейештəр.
- 25 процент əҙер булмаған мəктəп күп бит, - тине Путин. - Һөйлəшегеҙ, проблеманы бөтөрөгөҙ. Əҙ комплектлы мəктəптəр ҙə туҡландырыуға əҙер булһын!
Путин был темаға ҡарата бөтə проблеманы өйрəнеп, тиҙ арала хəл итергə һəм эштең башҡарылғанын үҙенə еткерергə ҡушты. Ил башлығы əйтеүенсə, беҙҙə яңы уҡыу йылы башланыу һəр ваҡыт байрам һымаҡ булды, был юлы ла шулай булһын өсөн тырышырға кəрəк.
Фото: Кремлин.ру