Документта әйтелеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы 2020 йылдың июлендәге ҡоролоҡтоң һәм ҡоро елдәрҙең ауыл хужалығы сәсеүлектәренә зыян килтереүенә бәйле индерелгән. Ғәҙәттән тыш хәл 1 августан 20-һенә тиклем Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Салауат, Стәрлебаш, Учалы райондарында һәм Күмертау ҡалаһында индерелә.