Әлеге ваҡытта беренсе, өсөнсө һәм унан һуңғы балаларға түләмдәр Башҡортостандың 22 мең тирәһе ғаиләһенә түләнә. Бындай түләмдәр “Демография” милли проектына индерелгән яңы критерийҙар һөҙөмтәһендә һиҙелерлек артҡан.
Әгәр элек ата-әсәләр балаға 1,5 йәш тулғанға тиклем түләм алһа, хәҙер был осор 3 йәшкә тиклем оҙайтылды. Бынан тыш, үткән йылдарҙа йән башына уртаса килем 1,5 йәшәү минимумы тәшкил иткән ғаиләләр түләм ала ине, быйылдан бер кешегә ике йәшәү минимумынан әҙерәк тура килгән бөтә ғаиләләр ҙә алырға хоҡуҡлы.