Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 13:00

Путин мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер булыуын талап итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Хөкүмәте ағзалары менән видеоэлемтә аша үткәргән кәңәшмәлә һүҙ яңы уҡыу йылына әҙерлек тураһында барҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Хөкүмәте ағзалары менән видеоэлемтә аша үткәргән кәңәшмәлә һүҙ яңы уҡыу йылына әҙерлек тураһында барҙы.
Уҡыуҙар башланыуға ярты ай ғына ваҡыт ҡалды. Уға әҙерлек тамамланырға тейеш. Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, мәктәптәрҙең 75 проценты балаларҙы йылы аш менәнә тәьмин итергә әҙер. Билдәле булыуынса, яңы уҡыу йылынан башланғыс кластар бушлай ашатылырға тейеш.
Мәктәптәрҙең 25 проценты әҙер булмауына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ил етәксеһе проблеманы хәл итеүҙе һәм әҙ комплектлы мәктәптәр ҙә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүгә әҙер булыуын талап итте. Проблема яҡын арала өйрәнелеп, тиҙ арала хәл ителергә һәм эштең башҡарылыуы тураһында Путинға еткерелергә тейеш.
Президент билдәләүенсә, беҙҙә яңы уҡыу йылы башланыуы һәр саҡ байрам булды, быйыл да шулай булырға тейеш.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: