Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 18:00

"Көтмәй ҙә инек инде!"

Самаҙы ауылының Йәштәр урамы халҡының ҡыуанысының сиге юҡ.

Самаҙы ауылының Йәштәр урамына ҡырсынташ түшәлде. Һаҙлыҡ өҫтөндә урынлашҡан урам барлыҡҡа килгәндән алып, матур юл күргәне булмаған. Бигерәк тә, яҙлы-көҙлө, йәйен ямғыр яуғанда, юлһыҙ ерҙән йөрөргә резина ите һоралған. “Ауылдың башҡа яҡтарында, күрше урамдарҙа халыҡ туфли, тәпешкә кейеп йөрөгәндә лә, беҙҙекеләр резина итек кейеп йөрөнө”, – тип һөйләйҙәр әле көлөп. Хәҙер ҡыҙыҡ кеүек тойолһа ла, бәхеттән янып торған күҙҙәренән ни тиклем юлға мохтаж булғандарын күреп була. Ниндәй фекерҙәһегеҙ, тигән һорауға: “Көтмәй ҙә инек инде, тик рәхмәт һүҙҙәре генә”, – тип яуапланы Йәштәр урамы халҡы.
КамАЗ-дар бер-бер артлы таш ташый, грейдер эттерә, тигеҙләй. Бер саҡрым самаһы араға ҡырсынташ түшәлде. Юл һаҙлыҡ өҫтөндә урышлашҡанға күрә, ҡайһы бер урындарҙы ярты метрға тиклем күтәртергә лә тура килә. Әйткәндәй, ташты урындағы карьерҙан ташыйҙар.
Шулай уҡ, Этҡол ауылында ла ярты саҡрым самаһы араға таш түшәлгән. Был бәхет Яр буйы урамы халҡының өлөшөнә төшкән.
Наҙгөл Ҡаҙаҡбаева.
Автор фотолары.
Читайте нас: