Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 14:00

1 сентябрҙә балалар мәктәпкә барырмы?

Республика мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы ниндәй шарттарҙа башланасаҡ? Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә шул турала һөйләп үтте.

Республика мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы ниндәй шарттарҙа башланасаҡ? Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә шул турала һөйләп үтте.
Уҡыусылар 1 сентябрҙә парталар артына ултырасаҡ. Ләкин мәктәптәрҙә байтаҡ талаптарҙың күҙәтелеүе мөһим.
Беренсенән, мәктәптәрҙә кабинет системаһы индерелә. Элекке кеүек, кластан класҡа йөрөргә кәрәкмәйәсәк. Физкультура, физика, химия, информатика, технология дәрестәре генә иҫкәрмә буласаҡ.
Балаларҙың артыҡ күмәк йыйылыуын булдырмаҫ өсөн, тәнәфескә төрлө кластар айырым ваҡытта сығасаҡ.
Мәктәптә бөтә өлкәндәр өсөн ҡәтғи рәүештә битлек режимы һаҡлана.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ағымдары айырыласаҡ. Уҡыу йортоноң бөтә ишектәре, шул иҫәптән запастағылары ла, асыҡ буласаҡ.
Кластар һәм коридорҙар мотлаҡ график буйынса елләтеләсәк, дезинфекция саралалары менән эшкәртеләсәк.
Балалар күп булған урындарҙа – ашханаларҙа, спорт залдарында, коридорҙарҙа – һауаны зарарһыҙландырыусы ҡоролмалар ҡуйыласаҡ.
Һәр мәктәптә дәрес башланыр алдынан балаларҙың температураһын үлсәйәсәктәр. Дәрестәргә автобустарҙа йөрөүселәрҙең температураһы автобусҡа ултырыр алдынан тикшерелә.
Дәрестәр биш минутҡа ҡыҫҡартыла. Социаль арауыҡты һаҡлау ҙа мөһим талап булып ҡаласаҡ.
“Бөтә шарттарҙың нисек үтәлеүен медицина инспекторҙары күҙәтәсәк. Медуниверситет һәм медколледждарҙың өлкән курс студенттары был маҡсатта БДМУ һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының квалификацияны күтәреү үҙәге базаһында әҙерлек үтә. Уҡыу башланған тәүге көндәрҙә инспекторҙар Башҡортостандағы һәр мәктәптә эпидемиологик хәлде күҙәтәсәк, тип планлаштырабыҙ. Уҡыусы балалары булған һәр ғаиләнең, мәғариф учреждениеларындағы һәр хеҙмәткәрҙең үҙҙәрен һаҡлауын һорайым. Үҙегеҙҙе саҡ ҡына насар тойһағыҙ ҙа, хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, өйҙә ҡалығыҙ”, – ти Радий Хәбиров.
Фото: редакция архивынан.
Читайте нас в