Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 16:30

Әбүләйестә үткән бала саҡ

Күс айырһа, ни өсөн тимер зыңғылдаталар? Сана табанын атай-олатайҙарыбыҙ нисек бөккән? Һалабаш һалыу – ул нисегерәк була? Йәки өләсәйҙәребеҙсә ҡорот, ҡыҙыл эремсек эшләйһегеҙ киләме? Улайһа, “Ейәнсура таңдары” гәзитен уҡығыҙ! Унда яҡташыбыҙ БАНАТ ВӘЛИЕВА –ЯУБАҪАРОВАНЫҢ “Әбүләйестә үткән бала саҡ” тип аталған автобиографик повесының дауамы баҫыла башланы. Әҫәрҙә кескәй Банаттың күҙлегенән ошо һәм башҡа эшкә өйрәтеүҙәр, онотола яҙған кәсептәр ҙә, дауалау ысулдары бик тәфсилләп яҙылған.

... Был ҡышта Банаттың иҫендә ҡалған тағы ла бер ваҡиға булды. Ауылдағы бәләкәй ҡыҙҙарҙың барыһының да тиерлек баштары ҡутырлап сыҡты. Ҡыҙҙарҙың баштары бик ныҡ ҡысыта башлай, шунан һуң яра тырналып бөткән урында һап-һары булып шеш сыға ла аға, аҙаҡ ҡалын ҡутыр менән ҡаплана. Нисек итеп был сирҙе дауаларға белмәгән әсәйҙәр ҡыҙҙарының сәстәрен, малайҙарҙыҡы кеүек итеп, тап-таҡыр итеп ҡырып, утҡа яҡтылар. Банаттың иҫендә: бына уның бөҙрә һары сәстәре бөгәрләнә биреп мейестәге утта яна, өйҙә янған сәс еҫе таралды. Аҙаҡтан баш кер һабыны менән яҡшылап йыуылды, шунан һарыҡ тиреһенән башты ҡапларлыҡ киҫәкте ҡырҡып алып, яҡшылап йылы һыуҙа ебетеп, кер һабыны менән күпертеп һабынланылар ҙа, Банаттың тап-таҡыр башына бәйләп ҡуйҙылар төнгөлөккә. Иртән торғас теге тире киҫәген баштан ҡутыры-маҙары менән ҡуптарып алдылар ҙа: "Баш тиреһе таҙарған, оҙаҡламай терелер!" – тинеләр. Бер-нисә көн ҡыҙыҡайҙы урамға уйнарға сығармай өйҙә тоттолар. Баштағы яралар аҡрынлап төҙәлде. Баланың башына аҡ яулыҡ бәйләп ҡуйҙылар. Иҫендә Банаттың: бер уның башында ғына түгел аҡ яулыҡ, ә барса уның менән бергә уйнаған әхирәттәрендә лә. Оҙаҡламай яулыҡ та төштө баштан, тик көҙгө алдына баҫтырылған ҡыҙыҡай ғына үҙен башта танымай торҙо, сөнки уның һары бөҙрә сәстәре урынына ниндәйҙер ҡуйы һоро, шып-шыма сәс үҫеп сыҡҡайны...
Бында бер эпизод ҡына. Тулы вариант - гәзиттә.
Читайте нас: