– Мин беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре, беҙҙең медицина менән ғорурланам, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ үҙебеҙ ҙә коронавирус буйынса еңел булмаған хәлдәбеҙ, тик беҙҙә барыһы ла тыныс һәм тотороҡло. Шуға күрә күршеләргә ярҙам итерлек көстәребеҙ бар.
Ирина Кононова хәбәр итеүенсә, Башҡортостан медицина учреждениеларына ярҙам йөҙөнән 740 миллион һум аҡса аласаҡ. Был туралағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.