Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 18:00

Бөгөн – Бөтә донъя фотография көнө

Фотография – уникаль күренеш, сөнки фотоһүрәттәрҙә башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы мәлдәр, йөҙҙәр, беҙ булған урындар һаҡлана. Уларҙы ҡарап, үткәндәргә әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Кем өсөндөр фотография – ябай мауығыу ғына түгел, ә һөнәр һәм хатта сәнғәт. Шуға күрә бөтә фотографтар (һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа) 19 августа билдәләгән Бөтә донъя фотография көнө булыуы ғәжәп түгел. Был дата осраҡлы һайланмаған, тап ошо көндә 1839 йылда киң йәмәғәтселеккә фото баҫтырыу ысулы – даггеротип, фотоһүрәттең прототибы күрһәтелгән.Фото: bugaga.ru

Фотография – уникаль күренеш, сөнки фотоһүрәттәрҙә башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы мәлдәр, йөҙҙәр, беҙ булған урындар һаҡлана. Уларҙы ҡарап, үткәндәргә әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Кем өсөндөр фотография – ябай мауығыу ғына түгел, ә һөнәр һәм хатта сәнғәт. Шуға күрә бөтә фотографтар (һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа) 19 августа билдәләгән Бөтә донъя фотография көнө булыуы ғәжәп түгел. Был дата осраҡлы һайланмаған, тап ошо көндә 1839 йылда киң йәмәғәтселеккә фото баҫтырыу ысулы – даггеротип, фотоһүрәттең прототибы күрһәтелгән.
Фото: bugaga.ru
Читайте нас: