Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 14:00

Баланы нисек мәктәпкә әҙерләргә һәм коронавирустан араларға

Башҡортостанда уҡыусыларға гигиеник тәрбиә биреү менән педагогтар шөғөлләнәсәк. Был хаҡта 18 августа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирус буйынса брифингында республика гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Илнур Хасамиев хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, 1 сентябргә әҙерлек Роспотребнадзор менән берлектә үткәрелгән. Памяткалар әҙерләнгән һәм мәктәптәргә таратылған. “Әлбиттә, уҡыу йортонда бәҙрәфкә, ашханаға, коридорҙарға барғандан һуң ҡулдарҙы йыуырға һәм антисептиктар ҡулланырға кәрәк. Бөгөн белем биреү ойошмалары антисептиктар менән тәьмин ителсәк. Әммә атай-әсәй үҙ балаһына антисептик биреп ебәрһә, артыҡ булмаясаҡ”, – тине Хасамиев. Шулай уҡ мәктәптәрҙә иртәнсәк температура үлсәүҙәр үткәреләсәк. Илнур Хасамиев баланы мәктәпкә оҙатыр алдынан температураһын үлсәргә, хәлен белешергә, әгәр арығанлыҡ, ОРВИ симптомдары булһа, баланы өйҙә ҡалдырырға тәҡдим итте.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова уҡыусыларға мәктәптәрҙә битлек йөрөтөү мотлаҡ булмауын, ә бына колледждарҙа һәм вуздарҙа белем алыусыларға битлек кәрәк буласағын билдәләне.
Читайте нас: