Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 11:00

Экспорт күләме арта

Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме ете айҙа 93 млн долларға еткән.

Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме ете айҙа 93 млн долларға еткән. Был турала Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Июнь айында 70 млн тураһында һөйләүҙәрен, ә бер йыл элек был һан 35 млн доллар булыуын иҫәпкә алһаҡ, был ярайһы уҡ яҡшы күрһәткес.
Экспортҡа оҙатылыусы ауыл хужалығы тауарҙар иҫәбенә быйыл тағы бер төр тауар – газон үләне өҫтәләгән, республика баҫыуҙарында үҫтерелгән сағыу, сифатлы йәшеллекте Ҡаҙағстандағы күршеләребеҙ үҙ иткән. Шулай уҡ традицион аҙыҡ-түлек – бал, һөт аҙыҡтары, май, шәкәр һ.б. һатыла.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортлау” төбәк проекты һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырылыуы аграрийҙарҙың экспорт өлкәһендә уңышҡа өлгәшеүенә булышлыҡ итә. Төбәк проекты сиктәрендә иҡтисадтың был өлкәһенә субсидиялар бүленә, банктар льготалы кредиттар бирә.
Читайте нас: