Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 15:00

Ләйсән Үтәшева Ҡуштауҙы һаҡлау яғында

Башҡортостандан сыҡҡан билдәле гимнастка һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙә Ҡуштау шиханын һаҡлауҙы хуплап сығыш яһаны.

Башҡортостандан сыҡҡан билдәле гимнастка һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙә Ҡуштау шиханын һаҡлауҙы хуплап сығыш яһаны.
“Бер нисә көн Башҡортостандан бөтә репортаждарҙы ҡарайым һәм уҡыйым, – тип яҙҙы Ләйсән Үтәшева. – Беҙ бөгөн ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн яуаплыбыҙ, әммә бөтә был ҡарарҙар киләсәктә балаларыбыҙҙа сағыласаҡ. Мин шундай хәлде күҙ алдына килтерә алмайым: Башҡортостанға балаларымды алып ҡайтам һәм ҡасандыр ошо урында рәссамдар картиналар яҙған, фонында күп ғаиләләр фотоға төшкән уникаль матур шихан, Рәсәйҙә һәм унан ситтә яҡшы билдәле тәбиғәт мөғжизәһе, Башҡортостандың визит карточкаһы булғанын аңлатырға мәжбүр булсаҡмын”.
Читайте нас: