“Роснефть” етәксеһе Игорь Сечин Рәсәй президенты Владимир Путинға бер шешә нефть бүләк итте.
Сечин әйтеүенсә, был Көбайыш Иркин ятҡылығындағы 31-се скважнанала сығарылған беренсе нефть һәм был ятҡылыҡтағы нефть донъяла иң яҡшыларҙың береһе.
“Әлбиттә, иң яҡшыһы. Ул беҙҙеке бит”, – тип шаяртты Путин.
Президенттың Роснефть етәксеһе менән осрашыуында компанияның пандемия шарттарындағы эше тураһында һүҙ барҙы.
Көбайыш Иркин нефть-газ участкаһы Красноярск крайының төньяғында урынлашҡан. Былтыр октябрҙә “Роснефть” уны файҙаланыуға конкурста еңгән. Участка сиктәрендә шулай уҡ Пайях нефть ятҡылығының бер өлөшө бар. Участкалағы нефть запасы С2 категорияһы буйынса – 11,94 млн тонна, Д1 категорияһы – 10 млн тонна; газ запасы Д1 категорияһы буйынса – 120 млрд кубометр, Д2 категорияһы – 150 млрд кубометр күләмендә баһалана.