Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 16:00

Республика клиник дауаханаһына штраф һалынды

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына COVID-19 пандемияһы осорондағы ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн суд штраф һалған.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына COVID-19 пандемияһы осорондағы ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн суд штраф һалған, тип хәбәр итте “Башинформ”. Өфө ҡалаһының Октябрьский районы суды мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 5 апрелдән 27 майға тиклем эпидемиологик тикшереү үткәргәндә Роспотребнадзор был дауаханала санитар ҡағиҙәләр боҙолоуын асыҡлаған. Бының өсөн Республика клиник дауаханаһына 100 мең һум штраф түләргә тура киләсәк.
Мәғлүм булыуынса, быйыл апрель айында Ҡыуатов исемендәге дауахана коронавирус инфекцияһын таратыу сығанағы булды. 1200 кеше, пациенттар һәм табиптар, клиникаға карантинға ябылды. Улар менән контактта булған 3000 тирәһе кеше COVID-19 йоҡтороу хәүефе аҫтына эләкте. Дауаханалағы хәл-торошто РФ Генпрокуратураһы контролгә алды. Тикшереү барышында баш табип Эльза Сыртланова эштән китте.
Читайте нас: