Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 14:00

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың сығышынан:

"Иҡтисадтың үҫешеүендә агросәнәғәт комплексы ҙур урын биләй. 2020 йылдың тәүге яртыһында тулайым продукция күләме 648 миллион һумға еткән, ул, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда..."

"Иҡтисадтың үҫешеүендә агросәнәғәт комплексы ҙур урын биләй. 2020 йылдың тәүге яртыһында тулайым продукция күләме 648 миллион һумға еткән, ул, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 109 миллион һумға күберәк. Иң мөһим эш йүнәлеше – баҫыу эштәре. Быйыл сәсеүлек майҙаны 42669 гектар тәшкил итә, шуның 24062 гектары – иген культуралары, шул иҫәптән 20081 гектарын – яҙғы, 11317 гектарын мал аҙығы культуралары биләгән. Ужым культураларын, күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәлмә туҡландырыу, химик утау буйынса эштәр сифатлы итеп, үҙ ваҡытында башҡарылған. Ғәҙәттәгесә, юғары уңыш – ужым культураларында. Быйыл улар 6300 гектарҙа сәселгән һәм уларҙың уртаса уңышы гектарынан 26 ц тәшкил итә, был күрһәткес үткән йылдағынан 50 %-ҡа юғарыраҡ.
Баҫыу эштәрендә һәм малсылыҡта өлгәшкән һөҙөмтәләр, тәү сиратта, техниканы яҡшыртыу менән бәйле. Тәүге ярты йыллыҡта төрлө сығанаҡтарҙан яңы техника алыу өсөн 105 миллион һум аҡса бүленгән. Бөтәһе 68 берәмек техника һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән 14 трактор, дүрт иген йыйыу комбайны, бер йөк автомобиле алынған. Әммә бының менән генә техниканы яңыртыу эше туҡтамай".
Читайте нас: