Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2020, 11:00

Бөгөн - Рәсәй флагы көнө

22 август – илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө Илһөйәрлек тойғоһон көсәйтә

22 август илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө
Илһөйәрлек тойғоһон көсәйтә
1991 йылдың тап ошо көнөндә Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә рәсми рәүештә дәүләт символы ураҡ һәм сүкеш һүрәтләнгән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған өс төҫтәге Рәсәй флагы күтәрелә. Аҡ — тыныслыҡ, таҙалыҡ, сафлыҡ, камиллыҡ билдәһе; күк — иман һәм ышаныс; ҡыҙыл — көс, ҡеүәт, Тыуған ил өсөн түгелгән ҡан билдәһен аңлата. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс, Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя. 26 йыл билдәләнгән байрам Тыуған илебеҙгә илһөйәрлек, һөйөү тойғоһон көсәйтә. Дәүләт символы хөкүмәт биналарын биҙәй, беҙҙең спортсылар ҙур еңеүҙәр яулағанда, бейеклектәр артылғанда күтәрелә. Ул илебеҙ, ватандаштарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ символы ла.
Читайте нас: