Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2020, 13:00

#Путин

Берлəшкəн Миллəттəр Ойошмаһы Ҡырым халҡын, ниһəйəт, Рəсəй халҡы тип таныу процесы законлы һəм аҡыллы ҡарар, тине Ҡырымпарламентының вице-спикеры Владимир Бобков.

Берлəшкəн Миллəттəр Ойошмаһы Ҡырым халҡын, ниһəйəт, Рəсəй халҡы тип таныу процесы законлы һəм аҡыллы ҡарар, тине Ҡырым
парламентының вице-спикеры Владимир Бобков.
БМО мəғлүмəттəренə ҡарағанда, 2020 йылда Рəсəй халҡы һаны, 2019 йыл менəн сағыштырғанда, 2 миллионға артҡан. Белгестəр аңлатыуынса,
күрəһең, был хəл Ҡырымды Рəсəй тип таныуҙарына бəйле. Ҡырым 2014 йылда демократик юл менəн Рəсəйгə ҡушылһа ла, Украина етəкселеге ярымутрауҙы һаман да үзенеке, тип иҫəплəй. Рəсəй етəкселеге быға тиклем бер-нисə тапҡыр донъя илдəренə һəм йəмəғəтселегенə халыҡ- ара хоҡуҡтарға һəм БМО-ның Уставына ярашлы, Ҡырым халҡының Рəсəй Федерацияһына ҡушылыу өсөн тауыш биреүен иҫкə төшөрҙө.
РФ Президенты Владимир Путин иһə Ҡырым мəсьəлəһе "тулыһынса ябыҡ" тип белдерҙе.
Фото: социаль селтəрҙəр.

"ЙӘШЛЕК" гәзитенән.
Читайте нас: