Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2020, 16:43

Юлда абай булығыҙ

Һуңғы тәүлектә Башҡортостандың автомобиль юлдарында 14 авария булған, ике кеше һәләк булған, 16 кеше йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә республика буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостандың автомобиль юлдарында 14 авария булған, ике кеше һәләк булған, 16 кеше йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә республика буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Әлшәй районында 16 йәшлек үҫмер һәләк булған. Таштүбә ауылында Renault Megane автомобиле менән идара иткән 25 йәшлек водитель 16 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Үҫмер шул уҡ урында вафат булған. Водитель иҫерек булған, тип хәбәр ителә.
Күмертау – Ермолаево юлында Toyota Previa һәм Lada Kalina автомомилдәре бәрелешкән. Lada Kalina автомобилендәге 1988 йылғы пассажир һәләк булған.
Фото: Госкомитет РБ по ЧС
Читайте нас: