Рəсəйҙə ОСАГО тураһында яңы закон үҙ көсөнə инде. РФ Президенты Владимир Путин был ҡарарға майҙа уҡ ҡул ҡуйғайны.
Закон буйынса, страховка компаниялары һəр водитель өсөн тариф хаҡын билдəлəгəндə, уның өҫтəмə шəхси факторҙарын иҫəпкə алып, һанап сығарыу хоҡуғына эйə.
Əгəр ҙə һин тəртипле водитель икəн, страховкалаусылар һинең өсөн тарифты кəметергə тейеш. Әинде юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙаһың икән, күберәк түләргә тура киләсәк.