+14 °С
Ясно
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
МАХ
Новости
27 Августа 2020, 10:00
100 килограмға яҡын итте яндырғандар
Башҡортостанда Көньяҡ Американан килтерелгән 92,8 кг хәүефле һыйыр ите яндырылған.
Башҡортостанда Көньяҡ Американан килтерелгән 92,8 кг хәүефле һыйыр ите яндырылған. Был хаҡта “Башинформ” агенлығы
яҙҙы
.
Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был һөйәкһеҙ һыйыр ите партияһы Өфөнөң “Мясоптторг” ЯСЙ-һына ящур буйынса имен булмаған территориянан – Сантандер департаментынан килтерелгән.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы ветеринар станцияһы һәм БР Ветеринария идаралығы белгестәре менән берлектә көлгә ҡалғансы һигеҙ сәғәт яндырып, итте юҡ иткәндәр, тип хәбәр ителә.
Фото: Ксения Калинина/Башинформ
Читайте нас