Бөгөн Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге скверҙа, Ырымбур тракты һәм Даура урамдары киҫелешендә Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыу тантанаһы булды. “Башинформ”
хәбәр итеүенсә, тантанала Татарстан һәм Башҡортостан башлыҡтары Рөстәм Миңнеханов менән Радий Хәбиров ҡатнашҡан.