Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 21:00

Ниндәй аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан, ҡайһылары арзанайған

Башҡортостанда йәшелсәләргә хаҡтың миҙгелгә ярашлы арзанайыуы дауам итә

Башҡортостанда йәшелсәләргә хаҡтың миҙгелгә ярашлы арзанайыуы дауам итә, тип яҙа “Башинформ”, республика стастиктарына һылтанып.
Хаҡтар иң күбе помидорға кәмегән – 7,6%, уларҙың килограмы хәҙер уртаса 55 һум. Ҡыярға хаҡ артыҡ ныҡ кәмемәгән – 2,2 %, – килограмы 50 һум.
Арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегенә шулай уҡ тары, балалар туҡланыуы өсөн емеш-еләк консервалары, сосиски, сардельки, икмәк, маргарин, макарондар, шәкәр, тауыҡ, балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт ҡатнашмалары, ҡара сәй, стерилләнгән һөт, һыйыр ите, бойҙай оно, ит консервалары, шлифовкаланған дөгө, ҡарабойҙай, туңдырылған балыҡ һәм алма эләккән.
Ә бына срыға, печеньеларға һәм карамелгә хаҡтар республикала, киреһенсә, 2,2 – 2,2 %-ҡа артҡан. Башстат шулай уҡ вермишелгә, көнбағыш майына, йомортҡаға, колбасаға, тоҙға, ҡаймаҡҡа, шоколад кәнфиттәргә, һыйыр майына, пасттеризацияланған һөткә, сусҡа итенә һ. б. хаҡтар бер аҙ артыуын теркәгән.
Фото: ЯндексКартинки
Читайте нас: