“Рәсәй генпрокуратураһы тарафынан ҙур тармаҡ предприятиеһында – Башҡорт сода компаниянда дәүләттең өлөшөн ҡыҫҡартыуҙың законлылығын тикшереү ойошторолдо”, – тип хәбәр итте кисә ведомство вәкиле Андрей Иванов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән шаршамбыла Рәсәй президенты Владимир Путин республика Хөкүмәтенә һәм етәкселәренә ваҡиғаны ентекле өйрәнергә, ҡарар тәҡдим итергә ҡушты. Шулай уҡ прокуратураға дәүләттең ни сәбәпле активтар өҫтөнән контролен юғалтыуын тикшереүҙе йөкмәтте.