Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2020, 16:00

Көҙгә китәм. Фирүзә Абдуллина шиғырҙары

2020 - #Башҡорт_теле_йылыКөҙгә китәм!Йәйҙе көттөм – йәйем үтеп бара,Мөғжизәләр көттөм йәйемдән,Сәғәт-минуттарым бер туҡтауһыҙТамсы булып тама йәнемдән…

2020 - #Башҡорт_теле_йылы
Көҙгә китәм!

Йәйҙе көттөм – йәйем үтеп бара,
Мөғжизәләр көттөм йәйемдән,
Сәғәт-минуттарым бер туҡтауһыҙ
Тамсы булып тама йәнемдән…

Өмөт иттем йәйҙең йылыһына,
Йәнем мохтаж ҡояш наҙына…
…Алдап ышандырып эйәртте лә,
Алып барып тыҡты һаҙына!

Йәй бит үҙе – бер бәләкәй ғүмер,
Танһыҡтарым быйыл ҡанманы,
Йән теләгән йәшел мөғжизәгә
Өмөттәрем бер ҙә ҡалманы!

Былай булғас, башҡа сарам бөттө:
Көҙгә китәм! Көҙөм – алтындан!
Эй ялбарып миңә бахыр йәйем
Илай-илай ҡалыр артымдан…
Теләйһеңме?

Теләйһеңме, бөгөн бесәй булам?
Һинең өсөн. Ҡарап күҙеңә,
Мырлап ҡына яуап ҡайтарырмын
Һинең һәр бер ҡушҡан һүҙеңә.

Аяғыңа килеп һылашырмын,
Ҡыуһаң - һүҙһеҙ генә китермен,
Мырлап-йырлап бөтә хәсрәтеңде,
Сирҙәреңде алып бөтөрмөн.

Ҡулдарыңа ҡарап өмөт менән
Наҙҙарыңды тыныс көтөрмөн,
Тик бер көнгә бөтә йәшәүеңде
Йырлы-мырлы донъя итермен.

…Теләйһеңме, бөгөн бесәй булам?
Була күрмә миңә ҡатынан,
Һин онотма: инә арыҫлан да
Ана шул уҡ бесәй затынан!

Фирүзә Абдуллина.

Бир, Хоҙайым!

Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы,
Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә,
Бир, Хоҙайым, миңә көс, йәшәрлек
Шөкөр итеп бары бөгөнгә.

Бир, Хоҙайым, һаулыҡ, кеше көнлө,
Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ,
Бир, Хоҙайым, байлыҡ, хәләл малды
Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ.

Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым
Рәхәтлектә ғүмер кисерһен,
Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым,
Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен.

Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек
Башҡаларға ярҙам итерлек,
Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым,
Кешем булһын ярҙам көтөрлөк…

Бир, Хоҙайым, таҙа намыҫ менән
Ғүмер юлын йәшәп үтергә,
Бир, Хоҙайым, бурыс-үкенесһеҙ
Фани донъяларҙан китергә.

Нисек итеп кенә өйрәнәйем?

Нисек итеп кенә өйрәнәйем
Һалҡын ҡанлы, тыныс булырға?
Кеше һүҙҙәренә бошонмайса,
Битарафлыҡ менән тулырға?

Нахаҡ менән кемдер аяҡ салһа,
Яуап бирмәй нисек түҙергә?
Ғәҙелһеҙлек хаким иткән ерҙә
Йәшәүҙәрҙән мөмкин биҙергә...

Юғарынан эре генә ҡарап,
Кеше ҡайғыһына бошонмай,
Нисек өйрәнәйем тыныс ҡалып,
Шатлыҡтарҙан хатта осонмай?!

Беләм, самаһыҙ был яныу-көйөү,
Үҙ-үҙемде бушҡа яндырам,
Кемдер хатта бошонмаған ерҙә
Минең йөрәк ҡала ҡанһырап...

Тынысланыр әле ул да бер саҡ,
Һәр нәмәнең була бер сиге,
Булмышым шул икән – ни эшләйһең,
Бар донъяға булмай үсегеп...

Күлдәй тыныс булһын әйҙә йөҙөм,
Диңгеҙ тулаһа ла күңелдә,
Тимәк, мин теремен, мин йәшәйем,
Үҙ диңгеҙең – насар түгел дә?!

Ғаиләм – ҡәлғәм.

Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!

Рәхмәт

Ғүмеремдең төрлө сағы булды,
Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым,
Көн менән төн алмашҡаны булды –
Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.

Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым!
Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем!
Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем.

…Рәхмәт менән таңда күҙем асам,
Шөкөр итәм тапҡан малыма,
Шуға күрә бәхет һандуғасым
Һайрай ҡунып күңел талыма.

Шуға күрәм донъя матурлығын!
Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!
Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,
Ошо хаҡта булыр нәҙерем.

Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,
Камил аңым, теүәл ағзалар,
Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,
Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.

Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,
Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!
Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,
Эй, Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!


***

Үпкәләмә яҙмышыңа,
Асыуланма, көнләшмә,
Эсеңдәге рәнйешеңде
Кешеләргә өләшмә!

Үс һаҡлама йөрәгеңдә,
Таҙа булһын күңелең,
Шатланып йәшәргә тырыш
Ғүмерҙең һәр миҙгелен.

Кеше ғәйепләрҙән алда
Өлгө күрһәт иң элек!
Ышан! Ярат! Ҡулыңды һуҙ!
Артһын ерҙә изгелек!
Кем ғәйепле?!

Таныш ерҙәр... Йәнгә яҡын ерҙә
Сүп үләне үҫә ҡотороп...
Бында – бала-саға уйнай ине
Шау-гөр килеп, урам тултырып.

Эре генә ҡарап тирә-яҡҡа,
Ҡаҙҙар үтер ине теҙелеп...
Мөңрәй-мөңрәй көтөү ҡайтыр ине –
Иҫләп, йәнем илай өҙөлөп.

Был ерҙәрҙә йәшәү дөрләй ине –
Һәр кешегә етер эш ине,
Тракторҙар гөрләп үтер ине,
Тапмаҫ инең эшһеҙ кешене!

Балҡып тора ине тәҙрәләре
Бейек, күркәм, төҙөк өйҙәрҙең...
...Турпаҡ өйөмдәре ятып ҡалған –
Иҫтәлеге яҡты көндәрҙең.

Һәр нигеҙҙең урынында бары
Тороп ҡалған тупраҡ өйөмө...
Ел сығарған эс бошорғос тауыш –
Әллә ошо матәм көйөмө?

Бында ауыл ине. Иң ҡәҙерле,
Иң-иң ғәзиз, яҡын ере ине,
Күпме кеше өсөн ошо ауыл
Бөтә донъяларҙа бер ине.

Хәҙер ул юҡ. Уны үлтергәндәр.
Урам булып ҡәбер теҙелгән.
Өй нигеҙе булған өйөмдәргә
Күпме әсе йәштәр түгелгән...

Күпме кеше тыуған өйһөҙ ҡалып,
Борсаҡ кеүек илгә һибелгән,
Хатта үҙ ерендә ерләнергә
Өмөттәре инде өҙөлгән...

Һәр енәйәт өсөн яза тейеш!
Кем ғәйепле, ҡайҙа язаһы?
Гөрләп торған матур ауылдар юҡ,
Ҡалды бары тарих яҙаһы.

Ҡәһәрләргә була ғәйеплене,
Әллә иларғамы ултырып?
Таныш урам... Өйҙәр урынында
Сүп үләне үҫә ҡотороп...


Ғүмер һыуҙай ағып тора...

Ғүмер һыуҙай ағып тора,
Яҙмыш саңды ҡағып тора,
Уңға-һулға этеп тора,
Бөйөрҙәргә төртөп тора…

Бер Хоҙайға өмөт ҡала –
Упҡындарҙан тартып ала,
Көтмәгәндә ҡулын һуҙа,
…Ана шулай ғүмер уҙа…

Уйлағыҙ һуң!

Күптәр уйлай:”Бына рәхәт йәшәй,
Тибеп донъяларҙың артына:
Ирҙең ышығында, еңел эштә,
Аҡса услап тотоп, шат ҡына!”

Кеше эше һәр саҡ еңел инде!
Үҙеңдеке генә ҡатмарлы…
Зарланырлыҡ сәбәп һәр кем таба,
Һөйләмәйбеҙ генә аһ-зарҙы.

Ир ышығы – бары ышыҡ ҡына,
Терәүҙәре тағы ҡатын-ҡыҙ!
Күргәнегеҙ бармы ир-аттарҙың
Матур йәшәгәнен ҡатынһыҙ?

Аҡса тиһәң… Осранымы һеҙгә
“Аҡса етте!” - тигән кешеләр?
Булғанына риза булып ҡына
Йәшәйҙәр тик минең ишеләр!

Тибешергә мин маташам ғына –
Донъя тибә артҡа нығыраҡ!
Шуныһы бар: типкеләгән һайын
Кәүҙәм генә бары турыраҡ!

Уйлағыҙ һуң, әйҙә, рәхәтлектә
Иркәләнеп кенә йәшәй тип,
Хоҙай,бәлки, йөктө еңеләйтер,
Һеҙҙең уйлағанды ишетеп…

Айырма

Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың
Холҡонда ни айырма?
(Әлбиттә, бар ҙур айырма,
Нисек кенә ҡайырма!)

Ир-ат менән аңлашыла:
Ағы-аҡ,ҡара – ҡара,
Улар бер һайлаған юлдан
Туп-тура алға бара.

Ҡатын-ҡыҙға ҡара төҫтөң
Тиҫтәләрсә төрө бар,
Маҡсатына етеү бурыс –
Булһа булһын һуҡмаҡ тар!

Ҡатын-ҡыҙҙың был донъяға
Талаптары юғары,
Шуға күбеһенә таныш
Яңғыҙлыҡтың аһ-зары.

Ир-егеттәр күпкә ябай
Көслө булғанға күрә,
Еңелерәк хаталана,
Еңелерәк кисерә…

Төймә ҙурлыҡ мәсьәләнән
Дөйә яһай ҡатын-ҡыҙ.
Ир-ат ҡатмарлы эште лә
Башҡарып ҡуя өнһөҙ.

Ир-егеткә эш булһын да,
Булһын ризыҡ ниғмәтле,
Янында һөйгәне булһа,
Тулыһынса бәхетле!

Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ
Мәшәҡәте ҡатындың:
Бөтәһен дә ул ҡайғырта,
Шунһыҙ нисек йән тынһын?

Хоҙай үҙе белеп беҙҙе
Төрлө итеп яратҡан:
Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы –
Бер-береһенә йән атҡан.

Бергә тормоштоң арбаһын
Ир-ҡатын еңел тартыр,
Аҡлы-ҡаралы донъялар
Йәйғор төҫөндә балҡыр…
Читайте нас: