Оператив штаб хәбәр итеүенсә, коронавирус менән ауырығандар йәнә 33-кә артҡан. Шулай итеп, пандемия осоронда инфекцияны йоҡторғандар 7 731 кеше тәшкил итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр хәлдәге бер пациентты табиптар ҡотҡара алмаған. Республикала коронавирус ҡорбандары һаны 29-ға етте.
Рәсәй коронавирусты йоҡторғандар һаны буйынса донъяла дүртенсе урында. Әлегә сирләгәндәр кәмемәй. Һуңғы тәүлектә илдә 4 941 кеше инфекцияға дусар булған, 111 ауырыу вафат.