Йәһәт кенә әҙерләй торған ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ йәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Ике йомортҡа, бер ләүәш, бер помидор, 30 грамм сыр, үҫемлек майы, йәшеллек кәрәк.
Башта сырҙы ҡырғыс аша ҡырабыҙ. Помидорҙы киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Унан ләүәште уртаға бөкләп, майлы табаға һалабыҙ. Уға помидор, һытылған йомортҡа һалабыҙ, өҫтөнә сыр һибәбеҙ ҙә, тоҙлап, талғын утта әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Йәшеллек һибеп өҫтәлгә ҡуябыҙ.
"Башҡортостан" гәзитенән.