Вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөнә әҙерлек тураһында башҡортса доклад менән сығыш яһаны, – тип
хәбәр итә «Башинформ». Байрамды апрелдең өсөнсө йомаһында (17 апрелгә тура килде, онлайн үткәрелде) һәм сентябрҙең икенсе йомаһында ойошторорға хәл ителде. Киләһе Милли кейем көнө лә онлайн уҙғарыла: оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дефиле, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, социаль селтәрҙә #МиллиКейем билдәһе менән күләмле флешмобтар, иң яҡшы фотолар баҫма календарға урынлаштырыла.