Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 13:00

“Мәҙәниәт” милли проекты. Күршеләр автоклублы булды

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда республиканың биш районында күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре (автоклубтар) барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итте. Яңыраҡ Йылайыр районына автоклуб килде. Ул республикала өсөнсөһө.Автоклуб теләгән бер территорияла: парктарҙа, ял урындарында, йәйге һәм ҡышҡы асыҡ майҙансыҡтарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Шул рәүешле күсмә концерт программалары, ижади коллективтар сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә.Йылайыр районында автоклубты 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, һынап ҡарамаҡсылар – Ҡашҡар ауылында күсмә концерт программаһы менән сығыш яһарға ниәтләйҙәр.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда республиканың биш районында күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре (автоклубтар) барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итте. Яңыраҡ Йылайыр районына автоклуб килде. Ул республикала өсөнсөһө.
Автоклуб теләгән бер территорияла: парктарҙа, ял урындарында, йәйге һәм ҡышҡы асыҡ майҙансыҡтарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Шул рәүешле күсмә концерт программалары, ижади коллективтар сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә.
Йылайыр районында автоклубты 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, һынап ҡарамаҡсылар – Ҡашҡар ауылында күсмә концерт программаһы менән сығыш яһарға ниәтләйҙәр.
Читайте нас: