Рәсәй һәм Белоруссия президенттары Владимир Путин менән Александр Лукашенко телефон аша Белоруссиялағы дөйөм хәл тураһында һөйләштеләр, тип хәбәр итә РИА Новости. Путин шулай уҡ Лукашенконы тыуған көнө менән ҡотлаған. Рәсәй президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, әлегә осрашыуҙың датаһы билдәләнмәгән.
Быға тиклем Путин журналист Сергей Брилевҡа биргән интервьюһында, Рәсәй Белоруссия президентын һайлау һөҙөмтәһенең легитимлылығын таный, тип белдергәйне.
9 августа үткән президент һайлауынан һуң бөтә Белоруссия буйынса протест акциялары башланды. Унда 80,1 процент тауыш йыйып, Александр Лукашенко еңгәйне. Оппозиция һөҙөмтәләр менән риза түгел һәм һайлауҙа Светлана Тихоновская еңде, тип иҫәпләй.