Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 21:00

Республикала тағы 32 кешелә COVID-19 асыҡланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың 32 яңы осрағы асыҡланған.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың 32 яңы осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып төбәктә COVID-19 диагнозы 7795 кешегә ҡуйылған. Әлеге көндә коронавирус инфекцияһынан стационарҙа дауаланыусы 68 ауырыуҙың 9-ы ауыр хәлдә. Амбулатор дауаланыусылар һаны – 802 кеше.
Һуңғы тәүлектә – бер кеше, ә пандемия башланғандан алып бөтәһе 6896 кеше һауыҡҡан. COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны элеккесә ҡала – 29 кеше.
Читайте нас: