Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 15:00

Сентябрҙә аномаль йылы булыуы көтөлә

15 сентябргә тиклем Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана.

15 сентябргә тиклем Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итә “Башинформ”, gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәренә таянып.
Көндөҙ һауа +17, +28 градусҡаса йылына, төндә термометр бағанаһы +8-ҙән түбән төшмәй. 11-12 сентябрҙә бер аҙ яуым-төшөм фаразлана, айҙың тәүге яртыһындағы ҡалған көндәрҙең ҡояшлы һәм ҡоро булыуы, елдең талғын, секундына 14 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
15 сентябрҙән һуң республикаға көҙгө һауа торошо килә. 16-һынан һуң Өфөлә ямғырҙар фаразлана.
Метеофараздар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге күп кенә төбәктәрҙә сентябрҙең тәүге яртыһы аномаль йылы булыуы көтөлә. Илдең ҡайһы бер субъекттарында көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы уртаса климатик норманан 5-6 градусҡа юғарыраҡ була. Метеорологтар бындай һауа торошо аномалияларын глобаль йылыныу процесы тәьҫире менән бәйләй.
Фото: ЯндексКартинки
Читайте нас: