Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 11:00

“БЕҘ ТЕРРОРИЗМҒА ҠАРШЫ!”

3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 16 йыл элек – 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле. Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 тотҡондо мина һалынған бинанан сығармай, уларҙың күбеһе балалар була.

3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 16 йыл элек – 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле. Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 тотҡондо мина һалынған бинанан сығармай, уларҙың күбеһе балалар була. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына уғата ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә, әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы - балалар.
Терроризм нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Һәр кем гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлауҙың терроризмға ҡаршы төп ҡорал булыуын аңларға тейеш. Әлбиттә, илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе урап үтһен.
Читайте нас: