Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 17:00

Өмбәт ауылы эргәһендә көслө янғын сыҡҡан

Өмбәт ауылы эргәһендә көслө янғын сыҡҡанХалыҡ әйтеүенсә, төбәктә яуым-төшөм булмауы һөҙөмтәһендә үләндәр ҡороған. Шуға ла билдәһеҙ сәбәп менән тоҡанған ут тиҙ арала тауҙар буйлап таралған. Янғынды ауыҙлыҡлауға көслө ел дә ҡамасаулаған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы халыҡты ут менән эш иткәндә ныҡ һаҡ булырға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә: һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, шырпы ташламаҫҡа, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, елле көндә уны яҡмаҫҡа саҡыра. Шешәләрҙе йәки быяла киҫәктәрен ҡояшлы урында ҡалдырырға ярамай, улар, ҡояш нурҙарын бер фокусҡа йыйып, яндырғыс линзалар кеүек эшләп китеүе мөмкин.Ут менән һаҡ булайыҡ! Янғын осрағында тиҙ арала урындағы хакимиәткә һәм ЕДДС хеҙмәтенә (112) хәбәр итегеҙ!

Өмбәт ауылы эргәһендә көслө янғын сыҡҡан
Халыҡ әйтеүенсә, төбәктә яуым-төшөм булмауы һөҙөмтәһендә үләндәр ҡороған. Шуға ла билдәһеҙ сәбәп менән тоҡанған ут тиҙ арала тауҙар буйлап таралған. Янғынды ауыҙлыҡлауға көслө ел дә ҡамасаулаған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы халыҡты ут менән эш иткәндә ныҡ һаҡ булырға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә: һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, шырпы ташламаҫҡа, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, елле көндә уны яҡмаҫҡа саҡыра. Шешәләрҙе йәки быяла киҫәктәрен ҡояшлы урында ҡалдырырға ярамай, улар, ҡояш нурҙарын бер фокусҡа йыйып, яндырғыс линзалар кеүек эшләп китеүе мөмкин.
Ут менән һаҡ булайыҡ! Янғын осрағында тиҙ арала урындағы хакимиәткә һәм ЕДДС хеҙмәтенә (112) хәбәр итегеҙ!
Читайте нас: