Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 19:00

Радий Хәбиров "Полекс Урал" заводында булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба һәм төрөү һауыттары әҙерләүгә махсуслашҡан "Полекс Урал" заводының етештереү майҙансығында булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба һәм төрөү һауыттары әҙерләүгә махсуслашҡан "Полекс Урал" заводының етештереү майҙансығында булды.
Предприятие аҙык-түлек сәнәғате өсөн баҫым аҫтында ҡойоу һәм формалаштырыу ысулы менән полипропилен стакандар һәм контейнерҙар, барлығы 190 төр продукция етештерә. Продукцияны Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә 300-ҙән артыҡ ҡулланыусы сәүҙә нөктәһе һатып ала. Ил баҙарында предприятие өлөшө 25 процентҡа яҡын тәшкил итә.
"Полекс Урал" йәмғиәтенең генераль директоры Рефат Әбдрәшитов һөйләүенсә, компания пластмассаларҙы эшкәртеүҙе киңәйтеү буйынса масштаблы инвестпроект ғәмәлғә ашыра, ул 70 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Капитал һалыуҙарҙың күләме – 357 миллион сум.
Яңа автоматлаштырылҙан комплексты тулыһынса эксплуатациялау өсөн заводҡа өҫтәмә территория кәрәк. Директор муниципаль милектәге 600 квадрат метр майҙанлы күршеләге ерҙе арендалауҙа ярҙам һораны.
Республика Башлығы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына Өфө хакимиәте менән берлектә ер мәсьәләһен хәл итеүҙе йөкләне.
- Иҫкиткес предприятие, үҫеш буйынса яҡшы пландарығыз бар. Әлбиттә, һеҙгә ярҙам итке килә, – тине Радий Хәбиров. –Әйҙәгеҙ, ай дауамында оптималь вариантты табайыҡ һәм тематик кәңәшмәләрҙең береһендә заводтың эш перспективалары тураһында фекер алышырбыҙ.
Сәнәғәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн Радий Хәбиров Рефат Әбдрәшитовҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Читайте нас: