Был турала Рәсәй Йәмәғәт палатаһының "түңәрәк өҫтәл" артында үткән ултырышында палатаның Башҡортостандан ағзаһы Ростислав Мырҙағолов хәбәр итте. Документта айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм айырыу һаҡлау режимы раҫланған.
Ҡарарға 2 сентябрҙә ҡул ҡуйылды. Тап был көндө иртәнсәк Рәсәй Тәбиғәт министрлығынан был биләмәне булдырыуға ризалыҡ алынған.
Был мөһим ваҡиғанан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡарарҙы баҫтырҙы һәм: "Ҡуштау мәсьәләһендә нөктә ҡуйылды. Һәм был ҡарар – тәү сиратта, үҙ һүҙен белдергән меңәрләгән халыҡтың фекерен таныу һәм хөрмәт итеү", – тип яҙҙы.