Учреждение этаплап элекке эш режимына күсə башлай. Мəктəптəргə Башҡорт дəүлəт медицина университетының табип профилактика, дауалау һəм педиатрия факультеттарының өлкəн курс студенттары, шулай уҡ 50 ординатор ебəрелə. Башҡорт дəүлəт медицина университеты студенттарынан булдырылған медицина
инспекторҙарына мəктəптəрҙə яңы коронавирус таралыуына юл ҡуймау бурысы йөкмəтелде.
Уларҙың эшмəкəрлегенең маҡсаты – белем усаҡтарында, уҡыусылар һəм уҡытыусылар араһында инфекция ауырыуҙарының, шул иҫəптəн яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкəртеү, белем усаҡтарында профилактик сараларҙы үтəүҙе контролдə тотоу.